Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Апрель » 08
8 Апр 2019

Сибай гимназия-интернатында кластар араһында йыл да уҙғарылып, матур традицияға әйләнгән КВН уйындары быйыл да шаулап-гөрләп үтте. Был юлы бәйге илебеҙҙә иғлан ителгән Театр йылына арналып, “Тормош – театр, ә беҙ унда актерҙар” исеме аҫтында уҙғарылды. Шаяртыуҙарҙа актуаль проблемаларға төрттөрөүҙәр, мәктәп тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәр урын алды. Шаяндар һәм тапҡырҙарҙы иһә ваҡытында “Кендек” командаһының әүҙем ағзалары булған Тимур Вәлитов, Гөлназ Юнысбаева һәм Руслан Ғәлиевтар баһаланы. 
Шулай итеп, ҡыҙыу бәйгелә 3-сө урынға “Байҙар” (6 а), “Шаяртунчиктар” (8 а) һәм “Ете” (8 б) командалары сыҡты. 2-се урынды “Әртистәр” (10 а) яуланы. 9 а класының “Серегән” командаһы 1-се урынға лайыҡ булды. 9 б класының “Һин кем?” командаһына “Тамашасы һөйөүе” призы тапшырылды.
Эшҡыуар Гөлназ Юнысбаева туған мәктәбенә буш ҡул менән килмәгәйне. “Йыл асышы”, “Иң яҡшы ир-егет роле”, “Иң яҡшы ҡыҙ роле” номинацияларында еңеү яулаған Байрас Әфләтүновҡа (6 а), Илназ Алғазинға (7 а), Алина Исламоваға (10 б) сертификаттар тапшырҙы. 
Афарин, уҡыусылар!

В ГБОУ СГИ прошел школьный фестиваль КВН. Победителем стала команда 9а. Больше фото:

Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [36]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [40]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [97]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [49]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [22]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0