Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Октябрь » 23
23Окт 2019

Кисә Сибай гимназия-интернатында "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов менән осрашыу үтте. Ябай осрашыу түгел, йылы осрашыу, рухлы, фәһемле... Олуғ Мостай Кәрим, Башҡортостандың 100 йыллығы, Республика көнө - ошо темалар һөйләшеүҙә киң сағылыш тапты. 10 А-лар ҙа күренекле ижадсының һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы. Уның үҙенсәлекле үә кинәйәле фекере һәр кемде уйға һалғандыр ҙа, күңеленең түрендә урын алғандыр.
- Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә милләтебеҙ вәкиле булып ҡалығыҙ. Мәскәүҙә йәиһә сит илдә булһынмы - һеҙгә ҡарап, башҡорт халҡының кемлеге хаҡында фекер йөрөтәсәктәр, - тине яҙыусы хушлашыр алдынан. Хаҡ һүҙҙәр!

В ГБОК СГИ прошла встреча с писателем Х.Н.Тапаковым. Больше фото:

23Окт 2019

Белем биреү өлкәһендәге үҙгәрештәргә ярашлы, быйылғы уҡыу йылынан айҙың бер шәмбеһе айырым тема аҫтында үтергә тейеш. Сибай гимназия-интернатында сираттағыһы этно-мәҙәни юҫыҡта уҙғарылды. "Халҡыбыҙ рухында" тип аталған сара, исеменән үк күренеүенсә, үҫеп килеүсе быуынды башҡорт рухында тәрбиәләүҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, милли традицияларға һөйөү уятыуҙы үҙ эсенә алды. Мәҫәлән, 8-селәргә гимназия-интернатта оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, ағинәй Венера Йәнбәкованан түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәнеү оҡшамай ҡалмағандыр. 9-сы класс ҡыҙҙары өсөн иһә ашханала оҫталыҡ дәрестәре үтте. Алтынсылар араһында ойошторолған квест-уйын да ҡыҙыу ғына барҙы. "Бал ҡорттары" һәм "Арғымаҡтар" кроссворд систе, мәҡәлдәрҙең дауамын яҙҙы, башҡорт халыҡ кейемдәренең атамаһын яҙҙы, башҡорт орнаменттары менән балаҫ төшөрҙө. Шулай уҡ башҡорт тирмәһе һүрәтенән 10 айырма ла тапты улар.
10-11 класс уҡыусылары тоталь диктант яҙып ҡына ҡалманы, ә халҡыбыҙ уйындарына, Шайморат Йәнбәков менән моң донъяһына сәйәхәт ҡылды.
Әйткәндәй, этношәмбенең ҡайһы бер саралары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримованың Грантҡа эйә булған "Өләсәйем һандығы" программаһы нигеҙендә ойошторолдо.
Сараны ойоштороуҙа ҙур көс һалған тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары М.М. Хилаловаға, башҡорт теле уҡытыусылары Ә.Р.Кәримоваға, З.Н.Ҡарасоваға, өлкән вожатый Г.Р.Дашкинаға, китапханасы Р.В.Рамаҙановаға, ашнаҡсы Йәмилә апайға, физкультура уҡытыусыһы Х.З.Таһировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

В ГБОУ СГИ прошла этносуббота. Больше фото:

Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [43]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [50]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [132]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [66]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [28]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0