Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » Архив новостей (янылыктар архивы)
23Фев 2020

Хөрмәтле ир-егеттәр, гимназистар! Һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге – атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә ир-егеткә – ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир-егеттәр, һеҙгә эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы, гимназистарыбыҙға киләсәктә ил алдындағы изге бурыстарын лайыҡлы үтәп, илебеҙҙең ныҡлы терәге булыуын теләйбеҙ!

Поздравляем с Днем Защитника Отечества!

22Фев 2020

Ҡыҙылдар башҡорт телен өйрәнә
Белеүебеҙсә, Сибай гимназия-интернаты коллективы айына бер тапҡыр Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылында йәкшәмбе мәктәбе ойоштора. Сираттағыһы - 21 февралдә үтте. Был көн Туған телдәр көнө булараҡ та әһәмиәтле ине.
Инглиз теле уҡытыусыһы Р.Х. Мәһәҙиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Н.Ҡарасова, тәрбиәсе Д.Р.Әбделғазиндан торған төркөм уҡыусыларға тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә, ҡоштар, хайуандар темаһына сәйәхәткә алып сыҡты. Фотоаппарат менән эш итергә өйрәтте, Башҡортостан матбуғатына күҙәтеү яһаны. Дәрес һуңында иһә милләттәштәребеҙ 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм 8 - март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, яҡындарына башҡорт телендә ҡотлау открыткалар яҙҙы.

22Фев 2020

20 февраля учащиеся 6 «А» класса (куратор – Байсувакова Р.Ф., воспитатель – Хакимова И.С.) ГБОУ СГИ побывали в гостях у ветерана Великой Отечественной войны Хабиба Шугаиповича Азаматова.
В ходе задушевной беседы он рассказал свою биографию, поделился военными воспоминаниями.
Хабиб Шугаипович родился в многодетной семье Азаматовых в деревне Первое Иткулово Баймакского района. Когда он учился в первом классе умерла мать. Детство было трудное, а юношество еще трудней, потому что началась Великая Отечественная война. Первым из их семьи пошел на фронт брат Нажип. Пройдя курс подготовки молодых командиров в Оренбургской области Хабиб тоже был призван в ряды Советской Армии. Служил в войсках НКВД. Начал воевать с немцами в составе I Балтийского фронта в Витебске. Когда освобождал Кенигсберг был тяжело ранен. Великую Победу встречал в госпитале.
За боевые заслуги Хабиб Азаматов награжден медалями и орденами. В его груди светится орден Великой Отечественной войны II степени, медаль «За взятие Кенигсберга», юбилейные медали. На родину он вернулся только в 1951 году. Ветерану ВОВ в этом году будет 94 года.
Минуты, проведённые рядом с участником Великой Отечественной войны, по-своему ценны для каждого из детей. Для них это уже не просто посещение, это традиция, это долг, это дань уважения и памяти всем тем, кто сражался за чистое, мирное небо над нашей головой, всем, кто не дожил до наших дней, и тем, кому мы можем лично в этот день сказать «спасибо».

20Фев 2020

Эйе, 7 “А” класында үткән “Йөрәк һүҙе” сараһы, ысын мәғәнәһендә, байрамға әйләнде. Шулай булмай, матур кисәгә алыҫ араны яҡын итеп, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр килеп еткәйне. Әсәле-ҡыҙлылар – Нургизә һәм Эльмира Сыңғыҙовалар, Зәлиә һәм Әлфиә Хафизовалар, әсәле-уллы Байрас һәм Айгөл Әфләтүновтар, аталы-ҡыҙлы Камила һәм Айбулат Иҫәнбаевтарҙың шиғри һүҙе йөрәктәргә үтеп инде. Илмир Торсонбаевтың ҡартәсәһе Зәйтүнә Исрафил ҡыҙы менән сығыш яһауы иһә быуындар күсәгилешлелеген йәнә бер иҫбатланы. Илнурҙың әсәһе Лениза Рәфҡәт ҡыҙы ла үҙенең йөрәк һүҙе менән башҡаларҙы әсир итте. Зөлфирә Йомағужинаның әсәһе Әлфиә Фәрит ҡыҙы үҙе ижад иткән “Әсәйгә хат” шиғырын ҡыҙы Мәүлиҙә менән башҡарҙы. Гөлдәриә һәм Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Илбуловаларҙың моңло йыры кисәгә йәм генә өҫтәне. “Йөрәк һүҙе”н Илнур Сәйетғәлин менән Айгизә Ҡарағолова матур итеп алып барҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: нәҡ ошондай саралар үҫеп килеүсе быуындың рух орлоғо һала, шиғриәт донъяһына һөйөү уята, ә иң мөһиме иһә уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһына дуҫлыҡ күпере һала.

ӘЙТКӘНДӘЙ, Хәтер һәм Дан йылы, Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған йылы ла, нурлы ла кисәне юғары кимәлдә уҙғарыу йәһәтенән тәрбиәсе Айгөл Азат ҡыҙы Теләүсина һәм класс етәксеһе Әлмира Рәфҡәт ҡыҙы Иҫәнғолова бар көсөн һалған. Афарин! Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа афарин!!!

В ГБОУ СГИ прошел праздник поэзии.

20Фев 2020

19 февраля наши кадеты – учащиеся 7 В класса встретились с воинами-интернационалистами города. Они были разделены на две команды и соревновались между собой на конкурсе “А ну-ка парни!”. Показали также свои навыки и умения.

19Фев 2020

Поздравляем призеров Городского этапа Всероссийского конкурса исследовательских работ учащихся, участников туристско-краеведческого движения «Отечество»:
Кужин Радмир Ишбулатович, 10а (рук.Харрасов Фарит Биктимирович)
Абдисова Айгиза Венеровна, 10а (рук.Карасова Зульфия Нуритдиновна)
Тагирова Диана Афзаловна, 7 (рук.Мустафина Альбина Исламовна)
Гарифуллина Гульмира Забировна, 10а (рук.Каримова Альниса Рахимьяновна)
Кужин Радмир Ишбулатович, 10а (рук.Сиргалина Зиля Батыровна)
Желаем им успехов и дальнейших побед, и поздравляем Кужина Радмира с дублем!

18Фев 2020

15 февралдә Сибай гимназия-интернатында "Тәрбиә эшендә ғаилә һәм мәктәп партнерлығы" темаһына ата-әсәләр конференцияһы үтте. Тәүге тапҡыр уҙған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар - күренекле яҙыусы, "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, педагогика ветераны Рәмзиә Бәхтейәрова, Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаевалар саҡырылғайны. Улар ғаиләлә атай тәрбиәһе, тәрбиә эшендә ғаилә менән мәктәп бәйләнеше, төбәктең демографик торошо хаҡында сығыш яһаны. Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаусы Данис Ишкилдин дини тәрбиә, ә республика психотерапия үҙәге психологы Р.Р.Дементьева уҡыусыларҙың һаулығын физик һәм психологик йәһәттән нығытыу буйынса һөйләп үтте.
Конференция һуңында резолюция ҡабул ителде.
ӘЙТКӘНДӘЙ, хөрмәтле ата-әсәләр, резолюцияға өҫтәмә рәүешендә һеҙҙән тәҡдимдәр һәм фекерҙәр көтәбеҙ!!!

В ГБОУ СГИ прошло мероприятие с родителями, посвященное воспитанию детей.

« 1 2 3 4 5 6 7 ... 115 116 »
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [48]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [57]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [140]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [66]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [33]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0