Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Октябрь » 28 » Ҡанат ҡуйып йәш таланттарға...
13:26
Ҡанат ҡуйып йәш таланттарға...

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында йәнә бер сағыу, күркәм конкурс үтте. Республика кимәлендәге конкурсҡа Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан береһенән-береһе талантлы, үткер ҡәләмле йәш ижадсылар килгәйне. Быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылған Республика бәйгеһенә барлығы проза, поэзия, журналистика йүнәлештәре буйынса 80-дән ашыу эш ҡабул ителде. Электән ҡатнашып килгән Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалыларҙан тыш, Баҡалы, Октябрьский, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекамаларҙың дәррәү ҡушылыуы ҡыуандырмай ҡалманы.
Абруйлы жюри ағзалары кәңәшләшеп, конкурстың икенсе турына көслөләрҙән-көслө 18 ҡатнашыусыны ғына һайлап алды. Улар иһә гимназия-интернатта үткән 2-се турҙа ҡатнашты. Йәғни, билдәле бер темаға ижади эш башҡарҙы.
Ҡатнашыусылар яңы әҫәрҙәр тыуҙырған ваҡытта, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы йәш ижадсыларҙың етәкселәре менән осрашты. Улар менән төрлө темаға фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе. "Тере тауыш" тип аталған осрашыу ҙа күңелле генә үтте. Үҙенсәлекле ҡорҙо Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова ойошторҙо һәм алып барҙы.
Тәбрикләү тантанаһына БР Мәғариф министрлығы милли мәғариф бүлегенең баш белгесе Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина ла килгәйне. Ул йәш таланттарға һоҡланыуын белдереп, телебеҙ киләсәге нәҡ рухлы кешеләрҙә икәнлеген билдәләп үтте. Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова һәм башҡа ҡунаҡтарыбыҙ ҙа конкурстың әһәмиәтен юғары баһаланы.
Шулай итеп, поэзия секцияһында Бөрйән ҡыҙы Гөлназ Биргәнова, прозала Учалынан Эльвира Хужина, журналистикала иһә Бөрйәндән Зилиә Буранбаева еңеүсе, тип табылды. Түңәрәктәр эшендә ике тиҫтә йыл тарихҡа эйә Сибай гимназия-интернатының "Аҡ ҡауырһын"ына (етәксеһе - Ә.Р. Кәримова-Алдырханова) етеүсе булманы. Шулай уҡ 10 а класы уҡыусыһы Айгизә Әбдисова журналистика буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды.
Конкурсты юғары кимәлдә үткәргән барлыҡ ойоштороусыларға, матур итеп алып барған практика үтеүсе БДУ - ның Сибай институты студенттарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Воспитание уважительного отношения к башкирскому языку и родной культуре, развитие поэтического и импровизаторского таланта учащихся, совершенствование культуры мысли и речи. Именно эти задачи преследует республиканский творческий конкурс на приз Тансулпан Гариповой - народной писательницы, лауреата Государственной премии имени Салавата Юлаева. Творческое состязание проводится с 1996 года, восьмой год подряд - в стенах сибайской гимназии-интерната.

Больше фото:

Категория: мероприятия | Просмотров: 17 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [36]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [44]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [109]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [56]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [24]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0