Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2018 » Июнь » 17 » Әҙәбиәтебеҙ – таң сулпаны
23:42
Әҙәбиәтебеҙ – таң сулпаны

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижады башҡорт әҙәбиәте күгендә сулпан йондоҙо кеүек баҙыҡ, сағыулығы менән айырылып тора. Кешелек донъяһын таң йондоҙо нуры менән ҡойондора, моңға сорнай… 

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тигән мәртәбәле исемгә эйә булыуы йәмәғәтселекте ҡыуандырмай ҡалманы. Ысынлап та, ул бөгөн әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе кимәленә еткән һәм башҡорт прозаһына, драматургияһына тос өлөш индергән әҙибә. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙенең өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып уҡыған - “Ялан сейәләре”, “Күгәрсен йыры”, “Ай менән ҡояш бер генә”, “Бөйрәкәй”, “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” кеүек тиҫтәнән ашыу китаптарында халыҡтың йәшәү рәүешенең төрлө төҫтәрен, биҙәктәрен асып бирҙе. Заман сәйәсәтенә, тормош ҡанундарына дөрөҫ, ғәҙел баһа биреү ҙә яҙыусының абруйын күтәрә. 

Шуныһы ҡыуаныслы: Таңсулпан Ғарипова менән Сибай гимназия-интернаты ла лайыҡлы ғорурлана. Ул беҙҙең уҡыусыбыҙ һәм почетлы ҡунағыбыҙ. Үҙе белем алған мәктәбенең юлына саң ҡундырмай, йыш килеп тора ул. Яҙыусының хәстәрлеге менән егерме йылдан ашыу Сибай ҡалаһында үткәрелгән йәш ижадсылар бәйгеһенең һуңғы биш йылда гимназиябыҙҙа уҙғарылыуы оло мәртәбәгә эйә. Төбәктәге йәш таланттарҙы үҫтереү, яңы исемдәр асыу, уларға ярҙам итеү һәм ижади йүнәлеш биреү маҡсатын үҙ эсенә алған ижади бәйгегә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы йыл да үҙе килеп, эштәрҙе ҡабул итә, тикшерә һәм баһалай. Ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп кенә ҡалмай, уларға үҙ фатихаһын бирә, фекерҙәрен еткерә. Конкурсанттарға иҫтәлекле бүләктәр менән бер рәттән, китаптар ҙа тарата. Халыҡ яҙыусыһы тап ошондай сифаттарға эйә булырға – бөгөнгөһө менән генә ҡәнәғәтләнмәй, әҙәбиәтебеҙгә өмөтлө алмаш тәрбиәләргә бурыслы ла инде. 

Сибай гимназия-интернаты коллективы исеменән яҡташыбыҙҙы юғары наградаға эйә булыуы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ижад шишмәләрәгеҙ бер ваҡыт та ҡоромаһын, тулҡынланып аҡһын да аҡһын әйҙә, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы! Киләсәктә лә яңынан-яңы бейеклектәргә өлгәшергә яҙһын! Ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ! Һеҙ – лайыҡлы был исемгә!

Просмотров: 75 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [15]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [10]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [23]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [48]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [23]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [9]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0