Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2018 » Октябрь » 8 » День учителя в ГБОУ СГИ
11:57
День учителя в ГБОУ СГИ

Быйыл да Уҡытыусылар көнөн күңелле генә үткәрҙек. Гимназия тормошон бер көнгә “Толпар” үҙидаралығы үҙ ҡулына алды. Белем усағы менән 9 «А» класы уҡыусыһы Искәндәр Юлдашбаев етәкселек итте. Ә Алтынай Мусина (11 «Б»), Лиана Сәғитова (11 «Б»), Динислам Ситдиҡов (10 «А»), Айгизә Әбдисовалар (9 «Б») урынбаҫар вазифаһын биләне. Дәрестәрҙе үткәргән өлкән класс уҡыусылары ла үҙҙәрен ысын уҡытыусы һәм тәрбиәсе итеп тотто. 
Был көндө 12 класс уҡыусылары ла тәртипле, тыңлаусан, шул уҡ ваҡытта шаян булыуҙары менән айырылып торҙо. Йыр, рәсем, физкультура һәм шахмат дәрестәре һиҙелмәй ҙә үтеп китте. 
Байрамдың иң сағыу өлөшө алда булған икән. Тәрбиәселәре Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсина етәкселегендә 9 «В» класы шәп концерт әҙерләгәйне. Йыр, бейеү, сәхнәләштереү һәм уйын – барыһы бергә үрелеп барҙы. Ул ғына түгел, радиотапшырыу формаһында үткән тамаша гимназия-интернаттың бөгөнгө һулышын асып һалды. Ҡәҙерле уҡытыусыларын һәм тәрбиәселәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, түбәндәге номинацияларҙа билдәләне гимназистар. 
“Иң мөләйем”, тип Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы Баймөхәмәтова табылды. Шулай уҡ “Иң мәрәхәмәтле” номинацияһында Гөлнур Сәфәрғәле ҡыҙы Ҡотлобаеваға, “Иң талапсан” Зилә Батыр ҡыҙы Сирғәлинаға, “Иң иғтибарлы” Әнүәр Мөбәрәк улы Аллаяровҡа, “Иң позитив” Фитрат Ратмир улы Төхвәтуллинға, “Иң актив” Фәрит Биктимер улы Харрасовҡа, “Иң серле” Фәрит Өлфәт улы Амановҡа етеүселәр булманы. 

В ГБОУ СГИ прошел День учителя и День дублера. 

Категория: мероприятия | Просмотров: 12 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [15]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [10]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [23]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [41]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [18]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [9]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0