Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2021 » Апрель » 22 » Гимназия һылыуҡайы-2021
20:47
Гимназия һылыуҡайы-2021

Сая ҡыҙҙар сыҡты сәхнәгә...
Эйе, сәхнәгә сығып, көсөңдө һынауға саялыҡ та кәрәк бит әле. Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында үткән “Гимназия һылыуҡайы-2021” конкурсында ҡыйыулыҡтың да, рухтың да, матурлыҡтың да шаһиты булдыҡ. Булдыҡ, тигәнем, ошо матур белем усағында белем алған уҡыусылар, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән педагогтар, барыһы ла барыһы ла. Хатта, ҡыҙҙарға терәк булырға ата-әсәләр ҙә килеп еткәйне.
Күңелле генә нотала башланып китте гүзәллек байрамы. Баһалама ағзалары урынын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, гимназия-интернат директоры урынбаҫары Фәйзулла Ғөбәйҙуллин, “Толпар” уҡыусылар Советы президенты, 9 б класы уҡыусыһы Ғәҙел Абдрахманов һәм Бөтә Рәсәй “Һылыуҡай-2020” конкурсында 1-се урын яулаусы, 10 б класы уҡыусыһы Шәүрә Яхина алды. Әйткәндәй, сара Шәүрәнең иниациативаһы менән тормошҡа ашырылды.
Һылыуҡайҙар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа күрһәтте. Үҙҙәре менән таныштырыу – визитка, дефиле, этно-мода – барыһы ла ҡыҙҙарҙы яҡындан асыу мөмкинлеге бирҙе.Шулай уҡ ижади концерт номерҙары, вальс сараның бер биҙәгенә әүерелде.
Баһалама ағзаларына еңеүсене билдәләү еңел булмағандыр. Ни тиһәң дә, ҡатнашыусыларҙың ныҡлы әҙерлеге күҙгә салынды. Шулай ҙа бер етешһеҙлек – конкурсанттарҙың үҙ телендә фекерҙәрен еткерә алмауы эсте бошорҙо.
Шулай итеп:
“Иң һомғол буйлы” номинацияһында – Валерия Исҡужина (10 б)
“Иң рухлы һылыуҡай” – Нәркәс Әхмәтйәнова (8 В)
“Тамашасылар һөйөүе” (интернет селтәрендә тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә) – Гөлфиә Баязитова
“Иң һөйкөмлө” – Рүзәлиә Әхмәтова (8 б)
“Иң нескә” – Эльвина Солтанова (10 б)
3-сө урын – Камила Иҫәнбаева (8 а)
2-се урын – Гөлиә Ҡаҙаҡбаева (9 б)
1-се урын – Зулейка Мөхәмәтова (9 а)
ГРАН-ПРИ – Гөлфиә Баязитова (10 а)

Сараны ойоштороусыларға – тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары М.М. Хилаловаға, өлкән вожатый А.С. Мозафароваға, бейеү ҡуйыуҙа ярҙам иткән “Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Ф.М. Мөхәмәтйәноваға, “Толпар” уҡыусылар Советы ағзаларына, 10 б класы уҡыусыһы Ш.Яхинаға, алып барыусыларға, бағымсыларыбыҙ (спонсор) Зөлфиә һәм Уразбай Юлдыбаевтар ғаиләһенә ҘУР-ҘУР РӘХМӘТЕБЕҘҘЕ еткерәбеҙ!

Категория: мероприятия | Просмотров: 100 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [76]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [23]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [75]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [189]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [78]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [46]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0