Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Март » 15 » Иң гүзәле – Айгүзәл!
09:00
Иң гүзәле – Айгүзәл!

Элек-электән башҡорт ҡыҙҙары оҙон сәсле булыуҙары менән айырылып торған. Уны үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә ҙур иғтибар ҙа бүлгән. Халҡыбыҙ ижадында йәшәп килгән ошо хаҡтағы йыр-таҡмаҡтар ҙа, мәҡәл-әйтемдәр ҙә, тыйыуҙар ҙа быларҙы асыҡ дәлилләй. Шулай уҡ сәстәрҙе көн һайын тарап үреү, тәрбиәләү кешене теүәлеккә, таҙалыҡҡа өйрәтмәй ҡалмаған. Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында уҙғарылған “Сәскәйҙәрең толом-толом” гүзәллек конкурсы ла, тәү сиратта, тәрбиәүи йәһәттән сығып ойошторолдо. Бәйгегә оҙон сәсле ҡыҙҙар ғына һайлап алынды. Мәҫәлән, Гөлдәриә Вәлиева сәсенең оҙонлоғон 102 сантиметрға, Айгүзәл Күскилдина 86 см, Яҙгөл Рәсүлева 83 см, Миңлегөл Нураева 68 см, Нурзилә Исхаҡова 53 см, Зөлфирә Абдрахманова 51 см-ға тиклем үҫтергән. 
Береһенән-береһе аҡыллы, матур ҡыҙҙар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, башҡорт милли кейемендә мода күрһәтте, бейеү башҡарҙы, фольклор буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Аш-һыуға, өҫтәл әҙерләүгә маһирлыҡтары ла күҙ уңына алынды. Өйгә эш итеп бирелгән сәсмәү эшләүгә лә яуаплы ҡараған ҡатнашыусылар. Шулай уҡ ҡыҙҙарыбыҙ сәс тәрбиәләү буйынса халҡыбыҙ рецептары менән таныштырҙы, яңғыраған өҙөктәрҙән йырҙарҙы танып, белде. 
Баһалама ағзаларына иһә еңеүсене билдәләү ауырға тура килде. Еңеүсе исеменә кем лайыҡлы? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса бәхәс ҡыҙыу ғына барҙы. 
Шулай итеп, 
- “Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре” номинацияһында – Гөлдәриә Вәлиева (10 А) 
- “Үҙ эшенең оҫтаһы” номинацияһында – Яҙгөл Рәсүлева (8 В) 
- “Рух илсеһе” номинацияһында – Зөлфирә Абдрахманова (10 Б) 
- “Заман һылыуҡайы” номинацияһында – Миңлегөл Нураева (9 В) 
- “Сәхнә алиһәһе” номинацияһында – Нурзилә Исхаҡова (8 Б) еңеүсе тип табылды. 
Гран-приға, йәғни “Һылыуҡай - 2019” исемен 9 Б класы уҡыусыһы Айгүзәл Күскилдина яуланы. БДУ-ның Сибай институтынан килгән ҡунаҡтар, шул иҫәптән студенттар ҙа буш ҡул килмәгәйне. Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте етәксеһе, баһалама ағзаһы Рәүилә Хәсәнова БДУСИ-ның махсус бүләген Зөлфирә Абдрахмановаға тапшырҙы. 
Конкурсты юғары кимәлдә ойошторған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримоваға, әлеге ваҡытта беҙҙә практика үтеүсе БДУ-ның тәржемә бүлеге студенттарына, өлкән вожатый Гөлдәр Ринат ҡыҙы Дашкинаға, баһалама ағзаларына, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 

В ГБОУ СГИ прошел конкурс "Краса - длинная коса". Больше фото:

Категория: мероприятия | Просмотров: 8 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [29]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [16]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [33]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [70]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [35]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [15]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0