Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2020 » Ноябрь » 3 » Конкурс им. Т.Гариповой
19:32
Конкурс им. Т.Гариповой

Таңсулпан Ғарипова призына үткән бәйгелә еңеүсе кем булыр? Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына йәш ижадсылар бәйгеһе уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Башта ҡала, унан һуң төбәк кимәленә күтәрелгән конкурс һуңғы ике йылда республика мәктәптәре уҡыусыларын үҙенә туплауы менән дә әһәмиәтле булып тора. Быйыл да сентябрь айында ҡәләм тирбәтеүселәрҙең сираттағы ярышын иғлан итеп ебәргәйнек, шөкөр, бер ай эсендә күп кенә хаттар алдыҡ. Йәғни, Башҡортостандың 25 район һәм 10 ҡалаһынан барлығы 241 (!) эш ҡабул ителде. Абруйлы баһалама ағзалары – Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, журналистика ветераны Таңһылыу Ғәйнуллина, БДУ-ның Сибай институтында студенттарға тел һәм әҙәбиәт нескәлектәрен биргән филология фәндәре кандидаттары Нәйлә Ыласынова һәм Гөлкәй Сәмерханова, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова, “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Ҡадаева проза, поэзия, журналистика йүнәлешендәге эштәрҙе уҡып сығып, йәш ижадсыларҙың яҙмаларына төрлө яҡлап баһа бирҙе. Һөҙөмтәләр билдәле. Әлеге ваҡытта ойоштороу комитеты дипломдар һәм сертификаттар әҙерләү менән мәшғүл. Донъяла барған киҫкен хәл сәбәпле, конкурсанттарҙы бәрәкәтле Сибай ерендә ҡаршы ала алмаһаҡ та, йомғаҡлау сараһы бәйгеселәргә видеояҙма аша еткереләсәк. Шулай уҡ аҙна аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға таблица формаһында мәғлүмәт ебәреләсәк.

Категория: мероприятия | Просмотров: 19 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [52]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [63]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [154]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [71]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [36]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0