Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2020 » Сентябрь » 29 » Межрегиональный форум учителей башкирского языка и литературы
17:10
Межрегиональный форум учителей башкирского языка и литературы

24-25 сентябрҙә “Красноусольск” шифаханаһы базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сарала Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан, Пермь крайы, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән барлығы 250 кеше ҡатнашты. Сибай ҡалаһы делегацияһы составында 5 кеше, шул иҫәптән Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова барып ҡайтты. Форумдың эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Икенсе көндә эшлекле һөйләшеү биш майҙансыҡта эшләгән панель дискуссияларҙа дауам итте. Туған тел дәрестәренә яңы талаптар, уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү, билингваль һәм полилингваль шарттарҙа милли мәктәптең үҫеше, балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙың торошо кеүек мәсьәләләр ҡаралды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри оҫталығы” донъяуи кафеһында стресҡа ҡаршы тороу, медиатив технологиялар ҡулланыу, лидерлыҡ, һөҙөмтәле коммуникациялар, уңышҡа өлгәшеү ресурстары кеүек уҡытыусылар өсөн бик актуаль мәсьәләләр буйынса белгестәр менән әңгәмәләр ойошторолдо. Ике көн эш барышында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы башлығы менән осрашыуҙа Р.Ф. Хәбировҡа еткерелде. Республика етәксеһе “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемдәренә, Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләне. Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова сығыш яһап, Башҡортостан башлығына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Форум башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, башҡорт телен уҡытыу шарттарын камиллаштырыу, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә фән, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеү йәһәтенән артабан да киң ҡоласлы эш алып барыу бурысын ҡуйҙы.

Категория: встречи | Просмотров: 29 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [51]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [63]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [150]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [68]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [34]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0