Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2020 » Ғинуар » 14 » Поездка на Республиканскую елку
10:02
Поездка на Республиканскую елку

20 декабрҙә «Башҡортостан» концерт залында Республика шыршыһы үткәрелде. Был сарала 780 бала ҡатнашты: уҡыу алдынғылары,олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, ауыр хәлгә ҡалған балалар.
Сибай гимназия-интернатының 3 уҡыусыһына был шыршыла булып ҡайтыу бәхете тәтене. Улар рәтендә уҡыу алдынғыһы һәм олимпиадалар призеры Ҡыуатова Рәхимә,төрлө йыр һәм бейеү бөйгеләре,олимпиадалар еңеүсеһе Мөхәмәтова Зулейка һәм кадет класы уҡыусыһы Вәлитов Венер ҙа бар ине.
Уҡыусыларҙың беренсе көнө «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлашыу, күңелле дискотека ,яңы дуҫтар табыу менән үтһә,икенсе көнө төп өлөш булды.Башта уҡыусыларҙы премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров Радий Хәбиров исеменән ҡотлаһа, һуңынан концерт залының фойеһында, төрлө әкиәт геройҙары һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәренең күңелле программаларын күрһәтте. «Волшебный цирк Деда Мороза!» тигән театрлаштырылған тамаша ҡараны уҡыусылар. Тамашаларҙан һуң ҡыҙҙар - малайҙар кулек һәм 2020 йылдың символы-сысҡан уйынсығын алып ҡыуанды.
Был сәфәр гимназистарға бик оҡшаған.Уҡыусылар бик күп яңы эмоциалар, яңы дуҫтар тапҡан. Киләсәктә тағы ла тырыш булырға тигән маҡсат менән ҡайтҡандар.

Айгизә Әбдисова, 10 а класы уҡыусыһы.

Категория: мероприятия | Просмотров: 6 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [37]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [45]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [123]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [61]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [27]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0