Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2018 » Декабрь » 3 » Презентация книги “Шаһитлы сер” Т.Гайнуллиной
08:42
Презентация книги “Шаһитлы сер” Т.Гайнуллиной

Бөгөн гимназия-интернатта йәнә бер күркәм сара үтте. Күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйына ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары һәм уҡыусылар килгәйне. Кисәнең бында уҙғарылыуы юҡҡа түгел, сөнки Таңһылыу Фәтих ҡыҙы ваҡытында мәктәп-интернатта уҡыған. Хеҙмәт юлын да ошонда башлап, егерме йылдан ашыу балалар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. 
Директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова үҙ сығышында яҡташыбыҙҙың гимназия менән яҡшы бәйләнештә булыуын билдәләне. Шулай уҡ ижадсыны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. 
“Шаһитлы сер” китабына авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған 7 хикәйәһе, 20 очеркы һәм 1 пьесаһы тупланған. Сарала ҡатнашыусылар йыйынтыҡҡа байҡау яһап, әҫәрҙәрҙең көн үҙәгенә һуғыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 
Театр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Хәтер” пьесаһын сәхнәгә сығарып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын күҙ алдына баҫтырҙы. Гөлдәриә Иҙрисованың “Доғалы ҡарағас” әҫәре буйынса монологы, “Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбленең сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне.

В ГБОУ СГИ прошла презентация книги.

Категория: мероприятия | Просмотров: 18 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [16]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [10]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [23]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [52]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [30]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [10]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0