Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Декабрь » 14 » Презентация проекта "Өләсәйем һандығы"
16:22
Презентация проекта "Өләсәйем һандығы"

Күптән түгел Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримованың "Өләсәйем һандығы" китабының исем туйы үтте. Шуны әйтеү мөһим: методик ҡулланмаларҙы, байрам сценарийҙарын туплаған йыйынтыҡ Республиканың дәүләт телдәре, Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә сығарылды. Шулай уҡ ҡушымта рәүешендә авторҙың 38 йырын үҙ эсенә алған диск та донъя күрҙе.
Сараға БДУ-ның Сибай институты, педагогия колледжы, Силәбе өлкәһе вәкилдәре, ата-әсәләр килгәйне. Гимназия-интернат директоры Р.Х. Бикбова белем усағы менән берлектә башҡарылған эштең киләсәк быуынға ни тиклем әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте.
Гимназия-интернат уҡыусыларының, Сибай-театр берекмәһенең, "Яугүл" ансамбленең сығыштары кисәгә йәм өҫтәне.

Категория: мероприятия | Просмотров: 22 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [37]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [45]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [123]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [61]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [27]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0