Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2018 » Октябрь » 23 » Республиканский творческий конкурс им.Т.Гариповой в ГБОУ СГИ
08:57
Республиканский творческий конкурс им.Т.Гариповой в ГБОУ СГИ

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына йәш ижадсылар бәйгеһе үтте. Башта ҡала мәктәптәре араһында уҙғарылған, унан инде төбәк уҡыусыларын туплаған конкурс быйыл тәүге тапҡыр республика кимәленә сыҡты. Ҡатнашыусылар алдан уҡ проза, поэзия, журналистика буйынса эштәрен ебәргәйне. Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрйән, Бүздәк, Йылайыр, Мәсетле, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Нефтекама ҡалаларынан йәмғеһе 140-тан ашыу эш ҡабул ителде. 
Күркәм сарала Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы. 
- Матурлыҡ – донъяны ҡотҡарыр, тигәндәй, яҙышҡан кеше насар уйлы булмай. Уның күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтыла, - тине үҙ сығышында Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. – Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе шағир ҙа, яҙыусы йәиһә журналист булып та китмәҫ. Әммә, уларҙың күңеленә халҡыбыҙ рухы, һүҙ ҡәҙеренә ихтирам, телебеҙгә һөйөү йәшәй. 
Гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова бәйгенең әһәмиәтен юғары баһалап, ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. 
Артабан йәш ижадсылар өс секцияға бүленеп, абруйлы баһалама ағзалары алдында һынау тотто. Күренекле яҙыусылар, журналистар ингән комиссия балаларҙың хеҙмәтен йөкмәткеһе һәм әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы. Конкурсанттарҙың араһында матбуғатта даими сығыш яһаусыларҙың, ижади емештәрен туплап йыйынтыҡ әҙерләүселәрҙең булыуын билдәләү мөһим. 
“Тере тарих” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә Таңсулпан Ғарипова менән яҡындан аралашып ҡына ҡалманы уҡыусылар, ә үҙҙәрен борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та тапты. 
Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары – БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Сәлимйән улы Вәлиев, ҡала мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова, журналистика ветераны Таңһылыу Ғәйнуллина, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Нәйлә Ыласынова, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова, БДУ-ның Сибай институты доценты Гөлкәй Сәмерхановалар сығыш яһап, күркәм традицияның уңышлы дауам ителеүенә һөйөнөүҙәрен белдерҙе. 
А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолованың "Бөйрәкәй" әҫәренән өҙөк һөйләп ишеттереүе тамашасыларҙы әсир итмәй ҡалмағандыр. 
Конкурста Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. 8 «В» класынан Эвелина Уралбаева проза секцияһында 2-се, ә 10 «Б»-нан Алина Исламова поэзия буйынса 1-се урынға лайыҡ булды. Журналистика секцияһында ла беҙҙең ҡыҙҙар уңышлы сығыш яһаны. 9 «Б» класы уҡыусыһы Айгизә Әбдисова 2-се урын, 11 «Б»-нан Лиана Сәғитова Гран-при яуланы. 
Республика кимәлендәге конкурсты уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтовҡа, БДУ-ның Сибай институтына, "Аҙаш" ойошмаһы етәксеһе Рифат Раҡаевҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! 

Больше фото: 

Категория: мероприятия | Просмотров: 32 | Добавил: gousgi | Теги: конкурс, творчество, Т.Гарипова, стихи, сибай | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [15]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [10]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [23]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [48]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [23]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [9]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0