Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2017 » Октябрь » 26 » Рух һәм ижад байрамы (Праздник духа и творчества)
12:56
Рух һәм ижад байрамы (Праздник духа и творчества)


Егерме бер йыллыҡ тарихҡа эйә булған Таңсулпан Ғарипова исемендәге ижад конкурсы быйыл Сибай гимназия-интернатында бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Бәйгегә ҡала мәктәптәре уҡыусыларынан тыш, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайырҙар ҙа килгәйне. 
Төбәк кимәлендәге бәйгегә йәш ижадсыларҙың проза, поэзия һәм журналистика буйынса алдан уҡ ҡабул ителде. Абруйлы жюри ағзалары балаларҙың хеҙмәтен йөкмәткеһе, әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы. 
Күркәм сарала Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы. 
- 1996 йылда ҡала мәктәптәре араһында “Ап-аҡ ҡарҙар” ижад бәйгеһе ойоштороп ебәргәйнек. Шөкөр, ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә конкурс камиллашты, үҫте. Гимназия-интернат етәкселеге хәстәре менән төбәк кимәленә күтәрелде, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. – Шуныһы ҡыуандыра: шул йылдар эсендә тиҫтәләгән малай-ҡыҙҙар көстәрен һынап ҡына ҡалманы, ә тәүге сынығыуҙарын да алды. Конкурста ҡатнашып, ҡанат нығытыусылар араһында бөгөн гәзит-журналдарҙа, радио-телевидениеларҙа эшләп йөрөүселәрҙең булыуы быға асыҡ дәлил. 
Әйткәндәй, Таңсулпан Ғарипова – Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы, уның почетлы ҡунағы. Ә инде йыл һайын был сарала ҡатнашыуы һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырыуы оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. 
Гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова бәйгенең әһәмиәтен юғары баһалап, ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. 
Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары – ҡала мәғариф бүлегенең ғилми-мәғлүмәти методик үҙәге етәксеһе Рәмзиә Ильясова, мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова, күренекле яҙыусы, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, журналистика ветераны Таңһылыу Ғәйнуллина, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты башҡорт-рус кафедраһы мөдире Нәйлә Ыласынова, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Гөлкәй Сәмерхановалар сығыш яһап, күркәм традицияның уңышлы дауам ителеүенә һөйөнөүҙәрен белдерҙе. 
Конкурста гимназия-интернат уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Поэзия секцияһында көстәрен һынаған 6 “б” класы уҡыусыһы Бәхтейәр Рәшитов 2-се, ә 7 “б” класынан Миләүшә Дәүләткилдина менән Гүзәлиә Вәхитова 3-сөнө яуланы. 8 “б” класы ҡыҙҙары – Айгизә Әбдисова, Диана Ниғәмәтуллина, Фаягөл Килдейәровалар журналистика буйынса 2-се урынға лайыҡ булды. 
Бәйгенең төп бүләге – Гран-приға иһә Хәйбулла районы Татыр-үҙәк урта мәктәбе уҡыусыһы Зөһрә Әхмәҙиеваның ижади эше лайыҡ тип баһаланды.
В Сибайской гимназии-интернате прошел зональный творческий конкурс им.Т.Гариповой Болше фото

Категория: мероприятия | Просмотров: 32 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [1]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [3]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [6]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [13]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [3]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [1]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0