Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2020 » Февраль » 20 » Шиғриәт байрамы. Праздник поэзии.
12:41
Шиғриәт байрамы. Праздник поэзии.

Эйе, 7 “А” класында үткән “Йөрәк һүҙе” сараһы, ысын мәғәнәһендә, байрамға әйләнде. Шулай булмай, матур кисәгә алыҫ араны яҡын итеп, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр килеп еткәйне. Әсәле-ҡыҙлылар – Нургизә һәм Эльмира Сыңғыҙовалар, Зәлиә һәм Әлфиә Хафизовалар, әсәле-уллы Байрас һәм Айгөл Әфләтүновтар, аталы-ҡыҙлы Камила һәм Айбулат Иҫәнбаевтарҙың шиғри һүҙе йөрәктәргә үтеп инде. Илмир Торсонбаевтың ҡартәсәһе Зәйтүнә Исрафил ҡыҙы менән сығыш яһауы иһә быуындар күсәгилешлелеген йәнә бер иҫбатланы. Илнурҙың әсәһе Лениза Рәфҡәт ҡыҙы ла үҙенең йөрәк һүҙе менән башҡаларҙы әсир итте. Зөлфирә Йомағужинаның әсәһе Әлфиә Фәрит ҡыҙы үҙе ижад иткән “Әсәйгә хат” шиғырын ҡыҙы Мәүлиҙә менән башҡарҙы. Гөлдәриә һәм Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Илбуловаларҙың моңло йыры кисәгә йәм генә өҫтәне. “Йөрәк һүҙе”н Илнур Сәйетғәлин менән Айгизә Ҡарағолова матур итеп алып барҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: нәҡ ошондай саралар үҫеп килеүсе быуындың рух орлоғо һала, шиғриәт донъяһына һөйөү уята, ә иң мөһиме иһә уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһына дуҫлыҡ күпере һала.

ӘЙТКӘНДӘЙ, Хәтер һәм Дан йылы, Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған йылы ла, нурлы ла кисәне юғары кимәлдә уҙғарыу йәһәтенән тәрбиәсе Айгөл Азат ҡыҙы Теләүсина һәм класс етәксеһе Әлмира Рәфҡәт ҡыҙы Иҫәнғолова бар көсөн һалған. Афарин! Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа афарин!!!

В ГБОУ СГИ прошел праздник поэзии.

Категория: мероприятия | Просмотров: 26 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [47]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [50]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [138]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [66]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [31]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0