Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2020 » Сентябрь » 11 » Школьное мероприятие
09:20
Школьное мероприятие

Кисә Сибай гимназия-интернатында күркәм осрашыу үтте. Асыҡ дәрес формаһында үткән сараға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары - Дилара Рафиҡова, Венера Йәнбәкова, Мәмдүҙә Илбәковалар саҡырылғайны. "Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары" темаһына үткән дәресте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова алып барҙы.
Сарала ҡатнашҡан 9 "б" класы уҡыусылары Дилара Мөхитдин ҡыҙынан башҡорттарҙың ырымдары, халыҡ дауаһы һәм ҡумыҙ серҙәре хаҡында мәғлүмәттәр алды.Венера Әнүәр ҡыҙы иһә малай-ҡыҙҙарға йолалар тураһында һөйләне. Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙары донъяһына сәйәхәткә алып сыҡты. Һуңынан "Төйәләҫ" халыҡ йырын да башҡарҙы. Уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Дәрестең ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтеүе уларҙың күҙендә сағыла ине. Был дәрес-осрашыуҙы әҙерләгән өсөн Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

В СГИ прошло мероприятие, посвященное жанрам башкирского национального творчества.

Категория: мероприятия | Просмотров: 5 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [49]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [60]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [148]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [67]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [34]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0