Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2018 » Декабрь » 17 » Талантлы ғаиләләр балҡышы
11:19
Талантлы ғаиләләр балҡышы

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында “Ғаилә – илһам сығанағы” тип исемләнгән күркәм сара үтте. Ғаилә йылын йомғаҡлауға арналған фестивалдә талантлыларҙан-талантлы, сағыуҙарҙан-сағыу 14 ғаилә ҡатнашты. Атап әйткәндә, Әхмәтйәновтар, Торсонбаевтар, Алғазиндар, Абдрахмановтар, Ғәлиәкбәровтар, Әбсәләмовтар, Тулыбаевтар, Юлдыбаевтар, Аслаевтар, Мансуровтар, Нияҙғоловтар, Әбүталиповтар, Исрафиловтар сәхнәгә сығып, үҙҙәренең дәртле лә, әүҙем дә булыуҙарын йәнә бер иҫбатланы. Сараға ата-әсәләрҙән тыш, туғандары, өләсәйҙәре лә килгәйне. Фестивалдең шарттары буйынса сығыш яһауҙар – “Беҙҙе музыка бәйләне”, “Халыҡ йолаларын һаҡлау”, “Беҙ сәйәхәт итәбеҙ” һәм “Халҡыбыҙ аш-һыуҙары” номинациялары буйынса барҙы. 
Гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова тәүге тапҡыр уҙғарылған фестивалдең әһәмиәтен билдәләп, йыл һайын ойоштороу кәрәклеген билдәләне. 
Шулай уҡ сарала Ирекмәндәр йылында ҙур әүҙемлек күрһәткән “Арғымаҡ” командаһының яҡшы эшмәкәрлеге билдәләнде. Уларға ысын ирекмәндәр булыуҙарын дәлилләп, китаптар ҙа тапшырылды. Игеҙәктәр парады ла һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Ғаилә йылына арнап ойошторолған презентациялар һәм стенгазеталар конкурсына йомғаҡ яһалды.
Баһалама ағзалары юғары кимәлдәге сығыштарҙан һуң, бер аҙ баҙап та ҡалды. Шулай итеп, Гран-при 6 «б» класында белем алған Илмир Торсонбаевтың ғаиләһенә бирелде. Башҡа ғаиләләр иһә төрлө номинацияларҙа билдәләнде. 
Сарала әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ғаиләләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

В ГБОУ СГИ прошел Фестиваль, посвященный Году семьи.

Больше фото:

Просмотров: 63 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [26]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [16]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [31]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [62]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [33]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [14]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0