Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Июль » 3 » Урал батыр
17:55
Урал батыр

Күптән түгел Ишембай районында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһе үтте. Мәртәбәле конкурста 28 райондан һәм 8 ҡаланан ике йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашты.
Сибай гимназия-интернаты командаһы быйыл да уңышлы сығыш яһаны. Әлнисә Алдырханова-Кәримова етәкселегендәге уҡыусылар - Искәндәр Юлдашбаев, Зөләйкә Мөхәмәтова, Заһит Йәноҙаҡов, Илназ Исхаҡовтар, баһалама ағзаларын сағыу сығышы менән ҡыуандырҙы. Һөҙөмтәлә, беҙҙең команда III урынға лайыҡ булды. "Йәншишмә" гәзите иһә командабыҙҙы "" Ата бабам аманатына тоғро ҡалып, милли рух тәрбиәләүсе" номинацияһында билдәләне. Шулай уҡ Искәндәр Юлдашбаев "Йәншишмә" гәзитенең "Иң оҫта роль башҡарыусы", Илназ Исхаҡов "Киске Өфө" гәзитенең һәм "Башҡортостан" ДУП ТРК-һының махсус приздарына лайыҡ булды. 
Шуны билдәләү мөһим: быйылғы бәйгелә тәүге тапҡыр "Урал батыр" конкурсының гимны яңғыраны. Авторҙары кем тиһегеҙме? Улар ҙа булһа - Әлнисә Алдырханова-Кәримова (һүҙҙәре) һәм Рәмил Туйсин (көй авторы). Ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа бик йылы ҡабул итте.
Республика бәйгеһендә ҡатнашҡан өсөн гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға, команда етәксеһе Ә.Р. Алдырханова-Кәримоваға, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары М.М. Хилаловаға, ижади төркөмгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! 

Категория: Достижения | Просмотров: 11 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [36]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [40]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [97]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [49]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [22]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0