Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2016 » Март » 5 » Ватанды һаҡлаусылар көнө
12:09
Ватанды һаҡлаусылар көнө

          Сибай гимназия-интернатында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байтаҡ саралар уҙғарылды.   Балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек, арҙаҡлы шәхестәргә ихтирам   тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында  гимназия-интернаты администрацияһы  һәм "Толпар" үҙидаралығы был сараларға ентекле әҙерлек алып барҙы.   "Йәгеҙ әле, егеттәр!"  ярышында егеттәр гир күтәрҙеләр, автомат ҡорҙолар, мылтыҡтан аттылар,  ҡул көсө һынаштылар.  Фитрат Радмир улы Төхвәтуллин етәкселегендә үткәрелгән был ярыш егеттәргә киләсәктә сәмле,   етеҙ, ҡыйыу булырға  дәрт өҫтәне.   
         "Толпар" үҙидаралығы гимназиябыҙҙа бер көнлөк флешмоб үткәрҙе. Бейеү түгел, йыр ҙа түгел, ә уҡыусыларҙың ҡиәфәтенә, атлап йөрөүҙәренә, кейемдәренә иғтибар йүнәлтелде. Ошо сарала ҡыҙҙар-малайҙар дәрес барышында  үҙҙәренең ағай-атайҙарының әрмеләрҙә хеҙмәт иткәндәге формаларын кейеп йөрөнөләр.   Сараға хатта уҡытыусылар ҙа, администрация ла ҡушылды. Барлыҡ уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнаштылар. Бындай ярыш төрө  беренсе тапҡыр ойошторолдо һәм киләсәктә лә дауам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.  6б,  10в кластарына  1-се урын, 10б,10а кластарына 2-се урын, 6а класына 3-сө урындар бирелде, ә башҡа кластар   маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
          Шулай уҡ аҙна аҙағында "Голос памяти" тип исемләнгән йыр-моң конкурсы булып үтте. Кисәлә ҡатнашыусылар жюри ағзаларына хеҙмәт йырҙарын башҡарҙылар. Кемдер бейеп, кемдәрҙер үҙенең моңло тауышы менән тамаша һөйөүен яуланы. Гран-при яулаусы Таңсулпан Абдуллинаның да тауышын жюри ағзалары, гимназистар юғары баһаланы. "Бала сағымдан йырлайым, әммә һалдат йырҙары конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашам. Ҡалған конкурсанттар ҙа көслө булыуҙарына күрә, гран-при яуларымды бөтөнләй уйламаған инем. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм " - ти Таңсулпан. Ғөмүмән, быйылғы сара-ярыш, йылдағыға ҡарағанда яңы төҫ индереүе менән бик үҙенсәлекле булды.
                                Илмира Илназарова, үҙидаралыҡ ағзаһы
 

Просмотров: 812 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [49]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [22]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [60]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [148]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [67]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [34]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0