Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Март » 23 » Встреча с представителями БГПУ
20:01
Встреча с представителями БГПУ

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатына Өфөнән ҡунаҡтар килеп төштө. Ҡунаҡ тигәндәй, уларҙың беҙҙә өҙөлгәне юҡ. Урал аръяғынан йыйылған талантлы, аҡыллы балаларҙы күрергә беҙгә яҙыусылары ла, журналистары ла, артистары ла килеп тора. Шөкөр тибеҙ, сөнки тағы кемдәр был йәһәттән ғорурлана ала әле. 
Алыҫ юлды яҡын итеп килеп еткән сираттағы ҡунаҡтарыбыҙҙың да маҡсаттары изге булып сыҡты. Илебеҙгә көслө белгестәр әҙерләп сығарған М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән уҡыусыларҙы яҡындан таныштырыу икән ниәттәре. Уҡыу йортонда ниндәй бүлектәр эшләп килә? Ниндәй имтихандар һайлау мөһим? Ни өсөн башҡорт филологияһы факультетын һайлаусылар тормошта юғалып ҡалмай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға башҡорт һәм сағыштырмаса тел ғилеме кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Э.Ф. Рәхимова, ошо уҡ кафедра уҡытыусыһы А.Й. Ҡоланшиндар аныҡ яуап ҡайтарҙы ла инде. 
Ә бына 5 курс студенты Ислам Төхвәтуллинды нәҡ педагогия университеты бейеклеккә күтәргән дә инде. Шулай булмай, йәш замандашыбыҙ уҡырға инеү менән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Хатта, яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыу бәхетенә ирешкән. Египетҡа ла барып ҡайтҡан. Әйткәндәй, факультетта телдәр өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Башҡорт теле менән бер рәттән, рус, инглиз, ҡытай, төрөк, ғәрәп һәм башҡа телдәр тәрәнәйтелеп уҡытыла. Сит илгә барып, стажировка үтеүсе студенттар ҙа бар икән. 
- Илебеҙ, телебеҙ киләсәге өсөн янып-көйгән малай-ҡыҙҙарҙы көтөп ҡалабыҙ. Бигерәк тә, һеҙҙә ҡанат нығытҡан Байрас Азаматов, Салауат Заманов кеүек шәп егеттәр килһә ҡыуаныр ғына инек, - тип теләктәрен еткерҙе улар хушлашыр алдынан.

В ГБОУ СГИ прошла встреча с представителями БГПУ.   Больше фото;

Категория: встречи | Просмотров: 11 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [34]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [18]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [37]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [77]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [42]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [18]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0