Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Февраль » 26 » Встреча с воином
09:54
Встреча с воином

Бөгөн 8 б һәм 8 в класы уҡыусылары Динар Фәйзуллин менән осрашты. Кем ул тиһегеҙме? Динар Фирғәт улы, ысын мәғәнәһендә, ил һаҡсыһы. Шулай булмай, ул илебеҙ именлеген һаҡлау өсөн бик күп хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан,хәрби заданиеларҙы башҡарған. 
Осрашыу йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы. Ҡала егете булһа ла, уның башҡорт телендә иркен аралашыуы һоҡландырҙы. "Илеңде генә түгел,телеңде лә ҡәҙерлә"тигән һүҙҙәре күптәргә фәһем дә булғандыр. Динар Фәйзуллин үҙенең бала сағы, Сибайҙың 8-се мәктәбендә белем алыуы, унан һуң аграр университетта һөнәр алыуы хаҡында һөйләне. өс йыл элек иһә яҡташыбыҙ контракт буйынса хеҙмәт итеүгә күсә. Сирия, Дағстан, Ингушетия республикаларында хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Әле отпуск ваҡытында ата-әсәһе янында ял итә.
Ысынлап та, илебеҙ һағында торған ҡыйыу ағайыбыҙ менән осрашыу күңелебеҙҙә сағыу тойғолар ғына ҡалдырҙы!

Категория: встречи | Просмотров: 24 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [34]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [18]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [37]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [77]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [42]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [18]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0