Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Апрель » 5 » Встреча с выпускником ГБОУ СГИ
09:06
Встреча с выпускником ГБОУ СГИ

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында 2002 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ Азат Хамматов булып китте. Уҡыусылар менән үткән осрашыуҙа яҡташыбыҙ шәхес булараҡ үҫешеү, уңышлы булыу серҙәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ буйынса ла файҙалы кәңәштәр бирҙе. Әйткәндәй, Азат Хамматов тиҫтә йылдан ашыу банк сфераһында эшләгәндән һуң, быйыл шәхси эшен асырға йөрьәт иткән. Ғинуар айында Өфө ҡалаһында “Ирәндек” ҡунаҡ йорто асып, халыҡ өсөн уңайлы мөмкинлектәр булдырған. 
Уҡыусыларға ла осрашыу бик оҡшаны. Азат Фәрит улына төрлө һорауҙар биреп, төплө яуаптар ҙа алдылар. 
Осрашыуҙан һуң Азат Хамматов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенә ошондай яҙма ҡуйҙы: 
“Тыуған Сибай гимназия-интернатымда ҡунаҡта булып, уҡыусылар һәм Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән бик фәһемле һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Балаларҙың эшҡыуарлыҡҡа, үҙ үҫештәренә (саморазвитие) ҡыҙыҡһыныузары булыуы бик ҡыуандырҙы! Балаларҙан энергия туплап, үҙ энергиямды ҡалдырып ҡайттым) Ҙур рәхмәт саҡырыуығыҙ өсөн Айҙар Рәжәп улы! 
P.s.: Мәктәп ишектәре һәр саҡ асыҡ, хөрмәтле Интернатты бөткән егеттәр, ҡыҙҙар, апайҙар, ағайҙар. Бер сәғәт ваҡытыбыҙҙы йәлләмәй, уҡыусылар менән осрашып торайыҡ.” 
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, Азат Хамматовҡа бай йөкмәткеле, файҙалы осрашыу өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уңыштар һеҙгә!

В ГБОУ СГИ прошла встреча с нашим выпускником Азатом Хамматовым, предпринимателем и общественником, на тему предпринимательство, саморазвитие.

Категория: встречи | Просмотров: 22 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [34]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [19]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [37]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [81]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [43]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [19]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0