Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
Главная » 2019 » Декабрь » 15 » Встреча с журналистом
16:24
Встреча с журналистом

Шөкөр, республика гәзит-журналдары гимназия-интернат юлына саң ҡундырғаны юҡ. Әле бер, әле икенсе баҫманан килеп торалар. Ни тиһәң дә, милләтебеҙҙең киләсәге булырҙай рухлы малай-ҡыҙҙар нәҡ бында уҡый. Ә телен, илен һөйгән уҡыусылар менән осрашыу - үҙе генә ни тора!
"Башҡортостан ҡыҙы" журналының әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Гөлнур Ишбулатова ла ошондай уйҙар менән килгәндер ҙә һәм яңылышмаған, тип әйтергә мөмкин. Уның журнал хаҡында һөйләгәндәрен педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа йотлоғоп тыңланы. Хатта, бөгөн үк ата-әсәйемә шылтыратып әйтәм, мотлаҡ яҙыласаҡтар, тип әйтеүселәр ҙә булды. Тәжрибәле журналист, ваҡытында Сибай ҡалаһы телерадиотапшырыуҙар студияһында, "Юлдаш" радиоһында эшләгән, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ телевидениеһы директоры йөгөн тартҡан Гөлнур Азамат ҡыҙы ла осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.

В ГБОУ СГИ прошла встреча с представителями журнала Башкортостан кызы.

Категория: встречи | Просмотров: 22 | Добавил: gousgi | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [37]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [45]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [123]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [61]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [27]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0