1. Главная
  2. Результаты поиска

Результаты поиска «БГПУ»

Сибай гимназия-интернатының 10-11 класс уҡыусылары өсөн сираттағы профориентацион сара уҙғарылды. Был юлы гимназистар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Вадим Зәйнулла улы Толомбаев менән осрашты. Вадим Зәйнулла улы үҙ сығышында университет хаҡында мәғлүмәт биреп, башҡорт филологияһы факультетына ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, факультет элек-электән көслө белгестәр сығарыуы менән дан тота. Улар араһында күренекле уҡытыусылар, журналистар, фән кандидатттары һәм докторҙары белем алыуы шул хаҡта һөйләй. Әйткәндәй, гимназия-интернаттың сығарылыш уҡыусылары араһында ла педагогия университеты тамамлап, уңышҡа өлгәшкәндәре байтаҡ ҡына.
Йөкмәткеле осрашыу өсөн З.В. Толомбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Меню