1. Главная
  2. Результаты поиска

Результаты поиска «гимн»

Бөгөн, йәғни 20 апрелдә Республикабыҙ халҡы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ милли кейем көнө лә билдәләнде.
🖋 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа гимназия-интернат педагогтары һәм уҡыусылары, йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше дәррәү генә ҡушылды. Йәмғеһе өс майҙансыҡ булдырылды. Берәүҙәр, телде яҡшы белеүселәр төркөмөндә үҙ белемен һынаһа, икенселәр иһә башланғыс кимәлдә белеүселәр булараҡ яҙҙы. Диктантты ✨Сибай гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусыһы, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, ✨башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова һәм ✨гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡарасова яҙҙырҙы.
💫Шулай уҡ диктант яҙыуҙа беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ, «Аҙаш» ойошмаһы етәксеһе Рифат Раҡаевтың һәм оҙаҡ йылдар гимназия-интернатта рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы Теләүҡабулованың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы ғына.
#СибайГимназияИнтернаты #БашҡортТелендәДиктант #БашДиктант #БашДиктант2023
#ДиктантПоБашкирскомуЯзыку #БашҡортсаДиктантЯҙам #ВсемирныйКурултайБашкир #БашФонд #ҡоролтай
https://vk.com/album-78958472_292569509

Меню