1. Главная
  2. Результаты поиска

Результаты поиска «конкурс»

21 декабрҙә “Сибай” 3-сө һанлы республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ижадсылар бәйгеһе үтте. Быға тиклем егерме ете йыл дауамында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурс, быйыл Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусылар араһында ойошторолдо. Ярыш баштан уҡ ҡыҙыу төҫ алып, Башҡортостандың, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Методика, проза, поэзия һәм журналистика буйынса килгән ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары тикшерҙе. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары 2-се этапҡа – бәйгенең финал өлөшөнә саҡырылды.
Программа үҙ эсенә “Бөйрәкәй” романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһын, пресс-конфекренцияны, түңәрәк өҫтәлде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын алды.
Еңеүселәр итеп:
Рәғиҙә Истәкова (Бөрйән районы) – журналистика
Әлиә Саматова (Белорет районы) – проза
Мөнир Иҡсанов (Учалы районы) – поэзия
Әлнисә Кәримова (Сибай ҡалаһы) – методика
Фаягөл Әмирханова (Ишембай ҡалаһы) – методика.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Меню