Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение Сибайская гимназия-интернат
МЕНЮ
О нашей школе

Сибайская гимназия-интернат, основанная в 1960 году, сегодня дает образование конкурентоспособного уровня, соответствующее федеральным стандартам. В нашем инновационном учебном заведение, реализующем программы профильного обучения и успешно внедряющем новые технологии обучаются одарённые дети из всех районов Зауралья. ГБОУ СГИ победитель Всероссийского конкурса общеобразовательных учреждений в рамках Приоритетного национального проекта «Образование»; республиканского конкурса «Лучшая организация школьного питания»; Слёта инновационных общеобразовательных организаций РБ, конкурса Министерства образования и науки РФ по мероприятию 2.3 ФЦПРО.

Фотографии
[ Добавить новость ]
28Окт 2019

Волонтеры нашей гимназии-интернат передали в ГБУ РБ Юго-восточный межрайонный центр «Семья» моющие средства собранные учащимися в ходе Республиканской благотворительной акции «Мыльный бум». Основной задачей акции является привлечение учащихся учебных заведений и их родителей к потребностям детей, оказавшихся в трудной жизненной ситуации с целью привития детям и подросткам навыков проявления доброты и сострадания к сверстникам.

28Окт 2019

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатында йәнә бер сағыу, күркәм конкурс үтте. Республика кимәлендәге конкурсҡа Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан береһенән-береһе талантлы, үткер ҡәләмле йәш ижадсылар килгәйне. Быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылған Республика бәйгеһенә барлығы проза, поэзия, журналистика йүнәлештәре буйынса 80-дән ашыу эш ҡабул ителде. Электән ҡатнашып килгән Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалыларҙан тыш, Баҡалы, Октябрьский, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекамаларҙың дәррәү ҡушылыуы ҡыуандырмай ҡалманы.
Абруйлы жюри ағзалары кәңәшләшеп, конкурстың икенсе турына көслөләрҙән-көслө 18 ҡатнашыусыны ғына һайлап алды. Улар иһә гимназия-интернатта үткән 2-се турҙа ҡатнашты. Йәғни, билдәле бер темаға ижади эш башҡарҙы.
Ҡатнашыусылар яңы әҫәрҙәр тыуҙырған ваҡытта, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы йәш ижадсыларҙың етәкселәре менән осрашты. Улар менән төрлө темаға фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе. "Тере тауыш" тип аталған осрашыу ҙа күңелле генә үтте. Үҙенсәлекле ҡорҙо Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова ойошторҙо һәм алып барҙы.
Тәбрикләү тантанаһына БР Мәғариф министрлығы милли мәғариф бүлегенең баш белгесе Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина ла килгәйне. Ул йәш таланттарға һоҡланыуын белдереп, телебеҙ киләсәге нәҡ рухлы кешеләрҙә икәнлеген билдәләп үтте. Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова һәм башҡа ҡунаҡтарыбыҙ ҙа конкурстың әһәмиәтен юғары баһаланы.
Шулай итеп, поэзия секцияһында Бөрйән ҡыҙы Гөлназ Биргәнова, прозала Учалынан Эльвира Хужина, журналистикала иһә Бөрйәндән Зилиә Буранбаева еңеүсе, тип табылды. Түңәрәктәр эшендә ике тиҫтә йыл тарихҡа эйә Сибай гимназия-интернатының "Аҡ ҡауырһын"ына (етәксеһе - Ә.Р. Кәримова-Алдырханова) етеүсе булманы. Шулай уҡ 10 а класы уҡыусыһы Айгизә Әбдисова журналистика буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды.
Конкурсты юғары кимәлдә үткәргән барлыҡ ойоштороусыларға, матур итеп алып барған практика үтеүсе БДУ - ның Сибай институты студенттарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Воспитание уважительного отношения к башкирскому языку и родной культуре, развитие поэтического и импровизаторского таланта учащихся, совершенствование культуры мысли и речи. Именно эти задачи преследует республиканский творческий конкурс на приз Тансулпан Гариповой - народной писательницы, лауреата Государственной премии имени Салавата Юлаева. Творческое состязание проводится с 1996 года, восьмой год подряд - в стенах сибайской гимназии-интерната.

Больше фото:

23Окт 2019

Кисә Сибай гимназия-интернатында "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов менән осрашыу үтте. Ябай осрашыу түгел, йылы осрашыу, рухлы, фәһемле... Олуғ Мостай Кәрим, Башҡортостандың 100 йыллығы, Республика көнө - ошо темалар һөйләшеүҙә киң сағылыш тапты. 10 А-лар ҙа күренекле ижадсының һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы. Уның үҙенсәлекле үә кинәйәле фекере һәр кемде уйға һалғандыр ҙа, күңеленең түрендә урын алғандыр.
- Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә милләтебеҙ вәкиле булып ҡалығыҙ. Мәскәүҙә йәиһә сит илдә булһынмы - һеҙгә ҡарап, башҡорт халҡының кемлеге хаҡында фекер йөрөтәсәктәр, - тине яҙыусы хушлашыр алдынан. Хаҡ һүҙҙәр!

В ГБОК СГИ прошла встреча с писателем Х.Н.Тапаковым. Больше фото:

23Окт 2019

Белем биреү өлкәһендәге үҙгәрештәргә ярашлы, быйылғы уҡыу йылынан айҙың бер шәмбеһе айырым тема аҫтында үтергә тейеш. Сибай гимназия-интернатында сираттағыһы этно-мәҙәни юҫыҡта уҙғарылды. "Халҡыбыҙ рухында" тип аталған сара, исеменән үк күренеүенсә, үҫеп килеүсе быуынды башҡорт рухында тәрбиәләүҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, милли традицияларға һөйөү уятыуҙы үҙ эсенә алды. Мәҫәлән, 8-селәргә гимназия-интернатта оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, ағинәй Венера Йәнбәкованан түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәнеү оҡшамай ҡалмағандыр. 9-сы класс ҡыҙҙары өсөн иһә ашханала оҫталыҡ дәрестәре үтте. Алтынсылар араһында ойошторолған квест-уйын да ҡыҙыу ғына барҙы. "Бал ҡорттары" һәм "Арғымаҡтар" кроссворд систе, мәҡәлдәрҙең дауамын яҙҙы, башҡорт халыҡ кейемдәренең атамаһын яҙҙы, башҡорт орнаменттары менән балаҫ төшөрҙө. Шулай уҡ башҡорт тирмәһе һүрәтенән 10 айырма ла тапты улар.
10-11 класс уҡыусылары тоталь диктант яҙып ҡына ҡалманы, ә халҡыбыҙ уйындарына, Шайморат Йәнбәков менән моң донъяһына сәйәхәт ҡылды.
Әйткәндәй, этношәмбенең ҡайһы бер саралары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримованың Грантҡа эйә булған "Өләсәйем һандығы" программаһы нигеҙендә ойошторолдо.
Сараны ойоштороуҙа ҙур көс һалған тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары М.М. Хилаловаға, башҡорт теле уҡытыусылары Ә.Р.Кәримоваға, З.Н.Ҡарасоваға, өлкән вожатый Г.Р.Дашкинаға, китапханасы Р.В.Рамаҙановаға, ашнаҡсы Йәмилә апайға, физкультура уҡытыусыһы Х.З.Таһировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

В ГБОУ СГИ прошла этносуббота. Больше фото:

21Окт 2019

17 октября в стенах гимназии-интернат прошел торжественный традиционный праздник «Посвящение в гимназисты».
В этом году ряды гимназистов пополнили 88 ребят. С начала учебного года прошло два месяца. За это время они успели познакомиться друг с другом, с учителями, историей гимназии и её традициями, одной из которых, пожалуй, самой волнительной и запоминающейся, является посвящение в гимназисты. Праздник, подготовленный обучающимися 9 а класса и воспитателем Рахимовой А.Ш. прошел на высоком уровне и, безусловно, всем понравился, ведь концертные номера, интересный сценарий и приподнятое настроение зрителей украсил весь ход мероприятия. Наконец наступил самый ответственный момент мероприятия – торжественная клятва. Гимназисты дали обещание всегда быть честными и справедливыми, осваивать знания и никогда не запятнать честь гимназиста. Больше фото:

21Окт 2019

Ошо көндәрҙә гимназистарға яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу бәхете тейҙе. Ҡунағыбыҙ изге маҡсат - "Салауат юлдарынан" документаль фильмын күрһәтеү ниәте менән килгәйне.
Сара башында Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы фильмдың төшөрөлөү тарихы, уның әһәмиәте хаҡында һөйләне. Туған телебеҙгә, Салауаттың батырлығына ҡарата үҙ фекерҙәрен дә еткерҙе.
Фильм кемдең генә күңел ҡылдарын сиртмәне икән? Бер сәғәт эсендә уҡыусылар тарихи арбала Өфө ҡалаһынан алып Палдиски ҡалаһына тиклем барып етте. Әйткәндәй, "Салауат юлдарынан" документаль фильмын төшөрөүҙә проект авторы, Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, С.Юлаевтың тормошон һәм ижадын ентекле өйрәнеүсе билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Мираҫ Иҙелбаев, сценарий авторҙары Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар ҙур көс һалған.
Фильм оҡшанымы? Оҡшаны. Быны уҡыусыларҙың уйсан күҙҙәренән тойомлау мөмкин ине. Тимәк, кинофильм бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Үҙ маҡсатына ирешкән...

В ГБОУ СГИ прошла встреча с общественным деятелем Марьям Буракаевой. Больше фото:

16Окт 2019

Республика көнө алдынан Сибай гимназия-интернатында асыҡ класс сәғәттәре үтте. Дәрестәргә күренекле замандаштарыбыҙ, тыуған ере, иле өсөн янған яҡташтарыбыҙ саҡырылғайны.
6 а, 6 б, 9 б, 9 в класы уҡыусылары журналистика ветераны, яҙыусы, Сибай башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Таңһылыу Ғәйнуллина, 8 а һәм 8 б-лар Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова, 10 б-лар Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре - Светлана Буранбаева һәм Асия Ғәйнуллина менән осрашты.
- Осрашыу бик оҡшаны. Ҡунаҡтар аша беҙ халҡыбыҙҙың ни тиклем бай тарихлы, Республикабыҙҙың бөйөк икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандыҡ, - тип фекерҙәрен белдерҙе уҡыусылар.

В СГИ прошли открытые часы, посвященные Дню Республики.

16Окт 2019

Всегда, когда в гимназию-интернат приходят в гости наши выпускники, становится очень радостно. Вдвойне приятно, если они проводят для наших обучающихся профориентанционные беседы.
8 октября нашу гимназию посетили выпускники Муллахметов Фанзиль, курсант Краснодарского высшего военного авиационного училища лётчиков имени Героя Советского Союза А.К. Серова, и Исмагилов Гаяз, сотрудник полиции и студент юридического факультета. Будущие офицеры рассказали гимназистам о годах учебы в интернате и о своей профессиональной деятельности. Особенно полезным оказалась встреча для юных кадетов 7в класса.
Также Фанзиль пообщался с самоуправлением "Тулпар" и дал им полезные советы по работе в лидерской команде, т.к. он сам в годы учебы являлся президентом самоуправления.
Уважаемые выпускники, двери гимназии открыты для вас и мы всегда будем рады вам.

27Сен 2019

Уҡыу йылы башланған мәлдә 11а класы уҡыусылары Күгәрсен районында урынлашҡан Мораҙым тарлауығына экскурсияға барып ҡайтты.
Тирә-яғында бейек тауҙар уратҡан, эргәңдә генә йәмле Ыҡ йылғаһы аға. Был урындың тәбиғәтенә һоҡланып бөтөрлөк түгел!
Ял көндәре бик күңелле, ләкин тиҙ утте: гитарала уйнап, күмәкләп йырҙар йырланыҡ, төрлө уйындар уйнаныҡ, походтың икенсе көнөндә тарлауыҡты барып күрҙек. Был матур көндәрҙе бергәләп республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһендә үткәргән өсөн тәрбиәсебеҙ Гөлфиә Хәмитйән ҡыҙына, кураторобыҙ Нәилә Хәкимйән ҡыҙына, гимназиябыҙҙың администрацияһы ашнаҡсыларына, ҙур рәхмәт!

11 "а" съездил в Мурадымовское ущелье. Больше фото:

25Сен 2019

24 сентября в гимназии-интернат прошла встреча с психологом, майором полиции в отставке, юристом, частным детективом и коучером - Ждановым Нурсил Нуровичем. Нурсил Нурович рассказал гимназистам о психологии успеха, о смысле жизни, о вреде пагубных привычек и призвал к здоровому образу жизни. В конце своей лекции показал ребятам мастер-класс по самообороне и дал напутствие для самосовершенствования.

22Сен 2019

С 20 по 21 сентября на территории лагеря "Шифа" состоялся открытый городской туристический фестиваль, посвящённый 100-летию образования Республики Башкортостан, среди работников учреждений образования. Организаторами которого выступили городской Отдел образования, профсоюзная организация работников образования г. Сибай и оргкомитет в составе ДЭБЦ и ЦДТ.
Дружные, отзывчивые педагоги, отличная погода подарила участникам море позитива, улыбок и хорошего настроения.
На фестивале участие приняли 11 команд. В течение двух дней команды проявляли себя в конкурсах и соревнованиях:
• визитка (представление команды);
• дистанция пешеходная;
• комбинированный туристический маршрут;
• конкурс биваков, туристическая кухня.
По итогам фестиваля команда ГБОУ СГИ под руководством Харрасова Фарита Биктимеровича традиционно оказалась среди лучших команд города и заняла 1 место по виду «Дистанция пешеходная - группа». В общем зачете – 2 место! Так держать!!!

19Сен 2019

Наши волонтеры команды "Аргымак" продолжают принимать участие в проведение и организации городских мероприятий.
Весной 2019 года Аетбаева Айгиза, Магасумова Гульназира, Азнагулова Розалия и Сагитова Назгуль посодействовали в проведении "Сибайского полумарафона "Аструм". За волонтерскую помощь они удостоились благодарственных писем от председателя комитета по делам молодежи администрации городского округа города Сибай Валитова Альфира Ирековича.
Молодцы, девочки! Продолжайте в том же духе! 

16Сен 2019

Сибай гимназия-интернатында "Сәләмәтлек көнө"н уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Йыл да сентябрҙең тәүге аҙнаһында үткән сара быйыл да күңелле генә уҙҙы. Туристик слет формаһында үткән ярышта малай-ҡыҙҙар көстәрен һынап ҡына ҡалманы, бер-береһе менән яҡындан аралашып, матур ял да итте.

В ГБОУ СГИ провели День здоровья. Больше фото:

9 Сен 2019

Безопасность детей на дорогах – одна из важнейших проблем нашего общества. В рамках Всероссийской акции «Внимание, дети!», с целью активизации работы по предупреждению детского дорожно-транспортного травматизма, восстановлению навыков безопасного поведения детей и подростков на улицах и дорогах города, их адаптации к транспортной среде в местах постоянного жительства и учёбы и в связи с началом 2019-2020 учебного года, для обучающихся Сибайской гимназии-интернат прошла встреча с инспектором ГИБДД по г.Сибай, лейтенантом полиции Карагузином Р.Т.. Инспектор рассказал детям о правилах поведения на улицах города и призвал соблюдать ПДД.
Далее встреча завершилась квест-игрой, где ребята решили логические задачи, отгадали загадки и ребусы связанные с правилами дорожного движения.
Надеемся, что теперь все будут строго соблюдать ПДД и останутся внимательными на дорогах.

8 Сен 2019

В рамках "Месяца безопасности детей" сотрудники аварийно-спасательной службы г.Сибай провели открытый Урок по безопасности жизнедеятельности для юных кадетов 7в класса Сибайской гимназии-интернат .
Сотрудники МЧС России познакомили обучающихся с правилами пожарной безопасности в быту и правила поведения при пожаре, а также научили детей пользоваться первичными средствами пожаротушения - огнетушителем.
Спасатели Службы спасения рассказали присутствующим о правилах оказания первой помощи пострадавшим в различных чрезвычайных ситуациях и продемонстрировали их на практике. Особое внимание было уделено правилам оказания первой помощи при травмах, переломах, кровотечениях, ожогах, обморожении.
Благодарим спасателей и куратора кадетского класса Харрасова Ф.Б. за организацию и проведение очень интересной, полезной и необходимой для детей встречи.

6 Сен 2019

На недавней августовской конференции чествовали Альнису Рахимьяновну КАРИМОВУ - АЛДЫРХАНОВУ, учителя башкирского языка и литературы гимназии-интерната. Она стала обладателем Диплома победителя конкурса на получение денежного поощрения лучшими учителями образовательных организаций Министерства просвещения Российской Федерации в размере 200 000 рублей.

- Что значит для меня это признание? Попробую ответить. Запомнилось выражение канадской спортсменки Келли Ким: «Успех - это получение пользы из всего происходящего и наслаждение процессом». Вообще, мне кажется, любое достижение, при котором человек испытывает радость, удовлетворение, может считаться удачей. И у меня все, признаюсь, обстоит именно так.
Поставила себе цель написать книги, посвященные личностям сибайцев Зиннура Губайдулловича Ярмухаметова, Мамдуды Каюмовны Ильбаковой, своих односельчан из родного Ирандыкского совхоза, и сборник к 100-летию Башкортостана. Давно мечтала издать свои произведения... Слава Богу, две книги вышли в Сибайской типографии, еще две - в Башкирском издательстве «Китап» имени З. Бииишевой. Радуюсь, как никто другой!
Была идея выпустить дополненную книгу «Өләсәйем һандығы» («Бабушкин сундучок»). И вдруг решила испытать подготовленные материалы, диск с песнями на мои слова, представив это на соискание грантов Главы Республики Башкортостан на поддержку проектов, направленных на сохранение и развитие государственных языков РБ и языков народов республики. Мой проект, представьте, выграл! Опять довольна, крылья словно выросли.
В этом году выиграла еще два гранта - для лучших учителей Башкортостана и России (соответственно на 50 и 200 тыс. рублей), с чем и поздравили на августовской конференции.

4 Сен 2019

Яңы уҡыу йылының тәүге класс сәғәте "Еңеү дәресе" исеме аҫтында уҙҙы. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки, киләһе йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо юҫыҡта уҙған дәрестәрҙә тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек төшөнсәләре алға ҡуйылды. Еңеүҙең бөгөнгө көн өсөн әһәмиәте һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтарҙың да фекерҙәре төплө дәлилдәргә, ерле миҫалдарға нигеҙләнде. Ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә дәрестәр уҡыусыларға бик оҡшаны.

Первые классные часы в ГБОУ СГИ прошли под названием "Уроки Победы". Фото:

4 Сен 2019

Вот и начался новый учебный год. Желаем вам, чтобы весь учебный год был праздничным, ярким и интересным! Пусть вас увлечёт мир знаний и поможет преодолеть ещё одну новую ступень! Пусть каждый урок принесет пользу, каждое слово учителя будет важным для вас, а каждый день будет наполнен вдохновением и желанием узнать всё больше нового! 
Учение - одна из величайших потребностей человека. Учитесь, обогащайте знаниями нашу страну! С Днём знаний! Фотографии с мероприятия

28Авг 2019

Благотворительный фонд Сбербанка «Вклад в будущее» подвел итоги конкурса 2019 года для регионов на реализацию Программы по развитию личностного потенциала. В числе 10 регионов победителей значится и Республика Башкортостан. 
Из нашего региона были отобраны 12 образовательных организаций, в том числе и Сибайская гимназия-интернат, в которых будет внедряться Программа по развитию личностного потенциала. Программа фокусируется на развитии личностного потенциала, позволяющего ребенку ставить жизненные цели и достигать их за счет умения управлять своим мышлением, эмоциями, поведением, взаимодействием с другими людьми. 
Программа содействует внедрению компетентностного подхода в образование посредством создания комплекса учебно-методических решений по развитию и оценке навыков XXI века у детей дошкольного и школьного возраста и интеграции их в систему общего образования

28Авг 2019

Уважаемые педагоги, гимназисты и родители! 
Приглашаем Вас на торжественную линейку, посвященную Дню Знаний, которая состоится 2 сентября в 11.00 часов. 
Всех задействованных лиц (ведущих, шестиклашек, рассказывающих стихотворения) в подготовке мероприятия ждем на репетицию 1 сентября в 16.00 часов.

1 2 3 ... 104 105 »

 

Полезные ссылки
  • Категории раздела
    учебные достижения [36]
    новости, посвященные учебным достижениям, НПК, олимпиадам
    спорт [21]
    спортивные достижения и мероприятия
    объявления [44]
    объявления для родителей и обучающихся
    мероприятия [109]
    мероприятия, экскурсии
    встречи [56]
    встречи с известными людьми, профессионалами
    Достижения [24]
    Вход на сайт
    Поиск
    Статистика сайта

    Сайтыбыҙҙа: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0